Рәсми Wikipedia Android ҡушымтаһы һеҙгә Википедияла белем табырға, асырға һәм өйрәнергә ярҙам итеү өсөн эшләнгән. Дуҫығыҙ менән бәхәсте хәл итеү өсөн ҡушымта аша тиҙ генә эҙләгеҙ, йәки "Өйрәнеү" бүлеген ҡулланып, тәҡдим ителгән мәҡәләләргә, һүрәттәргә һәм башҡаларға сумығыҙ. 300-гә яҡын телдә 39 миллиондан ашыу мәҡәлә менән һеҙҙең яратҡан бушлай онлайн энциклопедия хәҙер һеҙҙең ҡул аҫтында.

Үҙенсәлектәре:

Өйрәнеү таҫмаһы - Яңы ‘өйрәнеү таҫмаһы’ баш экранда уҡ тәҡдим ителгән һәм даими яңыртылып торған Википедия контентын, шул иҫәптән популяр мәҡәләләрҙе, ағымдағы ваҡиғаларҙы, уҡыу өсөн тәҡдимдәрҙе һәм башҡаларҙы тәҡдим итә.

Тауыш менән интеграцияланған эҙләү - Ҡушымтаның өҫкө өлөшөндәге күренекле эҙләү юлағы, шул иҫәптән ҡоролмағыҙҙағы тауышлы эҙләү ярҙамында кәрәкле нәмәне еңел табығыҙ.

Яҡын-тирәлә - Ағымдағы һәм яҡын-тирәләге урынығыҙға бәйле мәҡәләләрҙе күреү өсөн интерактив картала нөктәләрҙе һайлап, тирә-яҡта нимә барлығын күберәк белегеҙ.

Телдәрҙе хуплау - Ағымдағы мәҡәләнең телен үҙгәртеп йәки эҙләгән ваҡытта өҫтөнлөклө эҙләү телен үҙгәртеп, теләһә ниндәй хупланған телдәге Википедияны уҡыуға еңел күсегеҙ.

Һылтанмаларҙы алдан ҡарау - Ағымдағы уҡыу урынын юғалтмайынса, мәҡәләгә баҫып, уны алдан ҡарағыҙ. Һылтанманы баҫып тороп, уны яңы өҫтәмәлә асығыҙ, был һеҙгә ағымдағы мәҡәләне уҡыуҙы дауам итергә һәм әҙер булғас яңы өҫтәмәгә күсергә мөмкинлек бирә.

Эстәлек - Теләһә ниндәй мәҡәләлә һулға шыуҙырып, эстәлекте сығарығыҙ, был һеҙгә мәҡәлә бүлектәренә еңел күсергә мөмкинлек бирә.

Уҡыу исемлектәре - Ҡараған мәҡәләләрегеҙҙе уҡыу исемлектәренә ойоштороғоҙ, уларға офлайн булғанда ла инергә мөмкин. Теләгәнсә күп исемлек булдырығыҙ, уларға үҙ исемдәрен һәм тасуирламаларын бирегеҙ һәм теләһә ниндәй телдәге викинан мәҡәләләр менән тултырығыҙ.

Һүрәттәр галереяһы - Һүрәткә баҫып, уны юғары сифатлы тулы экранда ҡарағыҙ, өҫтәмә һүрәттәрҙе ҡарау өсөн шыуҙырыу мөмкинлеге бар.

Викиһүҙлектән билдәләмәләр - Һүҙҙе билдәләү өсөн баҫып тороғоҙ, шунан һуң "Билдәләргә" төймәһенә баҫып, Викиһүҙлектән һүҙҙең билдәләмәһен ҡарағыҙ.

Википедия Нуль - Ҡатнашыусы мобиль операторҙар өсөн Android-та Википедияға бушлай, трафик түләмәйенсә инегеҙ. (ҡатнашыусы операторҙарға һылтанма).

Ҡушымта тураһында үҙ фекерегеҙҙе беҙгә ебәрегеҙ! Менюла "Көйләүҙәр"-гә, шунан "Википедия ҡушымтаһы тураһында"-ға, шунан "Ҡушымта тураһында фекер ебәреү"-гә баҫығыҙ.

Код 100% асыҡ сығанаҡлы. Әгәр Java һәм Android SDK менән тәжрибәгеҙ булһа, һеҙҙең өлөшөгөҙҙө көтәбеҙ! https://github.com/wikimedia/apps-android-wikipedia

Был ҡушымтаны ҡулланып, һеҙ боҙолоу отчеттарын өсөнсө яҡ хеҙмәт күрһәтеүсегә автоматик рәүештә ебәреүгә ризалашаһығыҙ. Әгәр был функцияны һүндерергә теләһәгеҙ, зинһар, "Көйләүҙәр"-гә баҫығыҙ, шунан "Хосусилыҡ" бүлегендә "Боҙолоу отчеттарын ебәреү"-ҙе һүндерегеҙ. Ҡушымтаға кәрәкле рөхсәттәрҙең аңлатмаһы: https://www.mediawiki.org/wiki/Wikimedia_Apps/Android_FAQ#Security_and_Permissions

Хосусилыҡ сәйәсәте: https://m.wikimediafoundation.org/wiki/Privacy_policy

Боҙолоу отчеттарын ебәреүсе өсөнсө яҡ хеҙмәт күрһәтеүсенең хосусилыҡ сәйәсәте: https://www.microsoft.com/en-us/privacystatement/OnlineServices/Default.aspx

Ҡулланыу шарттары: https://m.wikimediafoundation.org/wiki/Terms_of_Use

Викимедиа Фонды тураһында

Викимедиа Фонды — Википедияны һәм башҡа Викимедиа проекттарын хуплаусы коммерцияға ҡарамаған ойошма. Викимедиа Фонды — башлыса иғәнәләр иҫәбенә финансланған хәйриә ойошмаһы. Күберәк мәғлүмәт өсөн, зинһар, беҙҙең веб-сайтҡа күсегеҙ: https://wikimediafoundation.org/wiki/Home.
